Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Бөйрәкәй» роман-эпопеяһы йәнләнде

Сәхнәлә - «Бөйрәкәй» роман-эпопеяһы йәнләнде. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың пенталогияһы нигеҙендә яңы спектакль ҡуйылды. Әлегә Өфө тамашасыһына сәхнә әҫәренең беренсе өлөшө тәҡдим ителде. Киләһе премьера март аҙағына билдәләнгән. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Уҙған быуаттың мөһим ваҡиғаларын үҙ эсенә алған әҫәрҙә ваҡиғалар Фәүзиә һәм Сибәғәт Моратовтар ғаиләһе тирәләй үҫешә. Күптәребеҙ әллә нисә тапҡыр уҡыған роман ысын мәғәнәһендә хәҙерге осор әҙәбиәтенең яңылығы. Роман-эпопеяны сәхнәләштерелеү уны тағы ла яңы кимәлгә күтәрҙе.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова пенталогия өҫтөндә өс йыл арымай-талмай эшләй. Әҫәр рус теленә лә тәржемә ителгән. Китап уҡыусылар һөйөүен яулаған әҫәрҙең сәхнәгә сығарылыуы тәбиғи.

Әлбиттә, пенталогияны сәхнә әҫәре итеү еңел эш түгел. Ундағы ваҡиғаалр ҡатламны ике сәғәт ярымға һыйҙырып бөтөп тә булмай. Шуға ла ҡуйыусы-режиссер ижади эштең тағыла бер-нисә өлөштә буласағын белдерҙе.

Сәхнә әҫәре геройҙарҙың милли һыҙаттар менән байытылған кейемдәре менән дә иғтибарҙы йәлеп итә. Киләһе премьера март аҙағына билдәләнгән. Тамашасы хөкөмөнә әҫәрҙең бер юлы ике өлөшө сығарыласаҡ.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ