Зөһрә Рәхмәтуллина: "Мөрәжәғәт халыҡ мәнфәғәтен яҡлауға ҡоролған"

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәлә яңы 5 милли проект иғлан итте. Балалы ғаиләргә ярҙам итеү, тыуымды арттырыу өсөн – “Ғаилә” проекты, дәүләт киләсәге һәм йәш быуын үҫеше өсөн – “Рәсәй йәштәре”, ауылда йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм ғүмерҙе оҙайтыу өсөн – “Оҙайлы һәм әүҙем тормош”, бөтә тармаҡтарҙа һанлы алымдарҙы ҡулланыу өсөн – “Иҡтисад күрһәткестәре” тигән милли проекттар тормошҡа ашырыла. Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү, үҫмерҙәргә һөнәр һайларға ярҙам итеү һәм оҫта белгестәр әҙерләүгә “Кадрҙар” милли проекты яуап бирә. Владимир Путин әйтеүенсә, мәктәп һәм юғары уҡыу йорто араһында бәйләнеште нығытыу мөһим.

Зөһрә Рәхмәтуллина: "Мөрәжәғәт халыҡ мәнфәғәтен яҡлауға ҡоролған"

“Владимир Путиндың мөрәжәғәте халыҡ мәнфәғәтен яҡлауға ҡоролған”. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина шулай тип иҫәпләй.

Зөһрә Рәхмәтуллина: "Мөрәжәғәт халыҡ мәнфәғәтен яҡлауға ҡоролған"
Фото №1 - Зөһрә  Рәхмәтуллина: "Мөрәжәғәт  халыҡ  мәнфәғәтен яҡлауға  ҡоролған"
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ