8 март-Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан өҫтәмә ял була. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, 7 мартта эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө 1975 йылдан башлап дәүләт байрамы булараҡ билдәләнә.







