Уҙған йылда инфраструктураны яҡшыртыуға миллиард ярым һум тотонолған. Туроператорҙар, республика буйлап туристик маршруттар һаны артҡан, 2 миллион 200 мең сәфәр ҡылынған. Быйыл күрһәткестәрҙе тағы яҡшыртыу маҡсаты ҡуйыла, тип белдерелде Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының коллегия ултырышында.







