Былтыр “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” проекты буйынса 150 меңдән ашыу кеше курстар үткән. Бының өсөн 6 миллиард һум тотонолған. Быйылдан программала эш эҙләп халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт иткәндәр, инвалидтар, шулай уҡ өс йәшкәсә бала ҡараған ата-әсәләр ҡатнаша ала. 50 йәштән өлкәндәр, бәләкәй бала ҡараған эшләмәгән әсәләр, 35 йәшкәсә егеттәр һәм ҡыҙҙар, махсус хәрби операция ветерандары, эшһеҙҙәр йәки эштән ҡыҫҡартыу янаған хеҙмәткәрҙәр ҡайтанан уҡып яңы һөнәр үҙләштерә ала. Бының өсөн “Рәсәй эше” порталында заявка ҡалдырырға кәрәк.







