Радий Хәбиров менән Игорь Комаров Башҡортостандың беренсе президенты һәйкәленә сәскә һалды

Бөгөн Өфөлә Волга буйы федераль округы советы ултырышы үтә. Ошо уңайҙан Башҡортостанға Рәсәй Президентының округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров килде.

Республика башлығы Радий Хәбиров менән Игорь Комаров Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың һәйкәленә сәскә һалды. Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренең тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан ҡуйылған скульптура республика парламенты һәм Хөкүмәт биналары эргәһендә урынлашҡан

Сәскә һалыу тантанаһынан һуң Республика башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Президентының округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың эшлекле осрашыуы үтте. Әңгәмә барышында бөгөн үтәсәк Волга буйы федераль округы советы ултырышы тураһында фекер алышынды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ