Өфөлә етештереүсәнлекте арттырыуға арналған семинар кәңәшмә үтте

Өфөлә «Үҫеш бар. Инвестициялар йәлеп итмәйенсә табышты нисек арттырырға: Башҡортостан предприятиелары тәжрибәһе» тип аталған семинар кәңәшмә үтте.

Федераль компетенциялар үҙәге менән берлектә ойошторолған дискуссия майҙансығында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектына ингән Башҡортостан компаниялары вәкилдәре ҡатнашты.

Улар производство системаларын үҫтереү буйынса тәжрибә менән уртаҡлашты. Предприятиеларҙа етештереү һөҙөмтәлелеген күтәреү ысулдары тикшерелде. Донъяуи баҙарҙағы дисбаланс технологик процестарҙы үҙгәртергә, импортты алмаштырыу менән эшләргә мәжбүр итә. Тап шундай ҡатмарлы шарттарҙа үҫеш юлдары ҡаралды.

Милли проектта 160-тан ашыу предприятие ҡатнаша. Бөгөн улар үҙ тәжрибәһе тураһында һөйләй. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу компанияға яҡынса 4 миллиард һумға яҡын аҡсаһын экономияларға, тауар сифатын арттырырға һәм конкурентлыҡ шарттарында эшләргә булышлыҡ итә.

Айрат Шәрәфетдинов, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары

Беҙ Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса милли проектта республикала 2018 йылда тәүгеләрҙән булып ҡатнаштыҡ. Һөҙөмтәлә Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 1 процентлыҡ субсидиялы займ алдыҡ. Тауар етештереү ҡеүәттәре артты.

Олег Родионов, «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыусы предприятие директоры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ