Өфөлә туған телдәр буйынса өсөнсө федераль олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтә

Өфө фән һәм технологиялар университетында Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Рәсәй халыҡтарының туған телдәре буйынса өсөнсө федераль олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтә.

Олимпиадала быйыл республика мәктәптәренән 809 уҡыусы ҡатнашҡан, уларҙың өс йөҙҙән ашыуы икенсе этапҡа үткән. Өфө һәм республика район-ҡалаларынан юғары класс уҡыусылары бөгөн 4 сәғәт дауамында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән яҙма эш, тест һорауҙарына яуап биреү кеүек һынауҙар үтә. Еңеүселәр университеттың башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультетына һынауһыҙ уҡырға инә ала, башҡа факультеттарға барыусыларға 10 балл өҫтәлә. Шулай уҡ призерҙарға беренсе курста ай һайын бер йыл дауамында 58 мең һум күләмендә стипендия ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ