Рәсәй президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров етәкселегендә ойошторолған эшлекле осрашыуҙа власть органдары һәм урындағы үҙидаралыҡтарға ышаныс кимәлен арттырыу мәсьәләһе ҡаралды. Субъекттарҙа халыҡ менән бәйләнеш ойоштороуҙың яңы формалар индерелә, инцидент менеджмент системаһы уңышлы эшләй. Шулай уҡ төбәк менән идара итеү үҙәктәре сафҡа индерелде, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ул 2021 йылдан алып халыҡты борсоған проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. Төбәктерҙең йәмғиәттең ышанысын яулауҙа уңышлы эш тәжрибәләре - киләһе яҙмала.
Күп осраҡта тап халыҡтың ышанысына ҡарап төбәк етәкселәренең эшмәкәрлеге баһалана. Социаль кәйефтең төп индикаторы ул. Йәмғиәттең ышанысы һәм ярҙамына таянып ҡына ҡатмарлы саҡырыуҙарға лайыҡлы яуап биреп, ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә мөмкин. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округының Совет ултырышында сығыш яһап, ышаныстың иң мөһим шартын да билдәләп үтте.
Волга буйы федераль округының ҡайһы ғына төбәген алма, йәмғиәт менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә булыу буйынса уңышлы эш тәжрибәләре тупланған. Өфөлә ойошторолған Совет ултырышының төп темаһы ла власть органдары һәм урындағы үҙидаралыҡтарға ышаныс кимәлен арттырыуға арналды.
Рәсәй президентының Волга буйы федераль окугындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров социаль тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренә лә туҡталды. Әйтәйек, халыҡтың округ төбәктәре етәкселәренә булған ышаныс кимәле уртаса 71,8 процент тәшкил итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та үҙ сығышында халыҡ менән туранан-тура аралашыу мөһимлеген билдәләне. Төрлө кимәлдәге етәкселәр был яуаплы эште бер кемгә лә тапшырмай, үҙҙәре башҡарырға тейеш.
Осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары ла ҡаралды. Волга буйы федераль округының закондар сығарыу Ассоциацияһы дәүләт кимәлендә был эште тағы ла көсәйтеү яҡлы.
Волга буйы Федераль округы Советы ултырышының Владимир Путиндың Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнәмәһенән һуң ойошторолоуы айырыуса әһәмиәткә эйә. Ил президенты махсус хәрби операция геройҙары - ветерандар мәғариф системаһы, бизнес, дәүләт идаралығының алдынғы позицияларына сығырға, төбәк, муниципалитеттар һәм предприятиеларҙы етәкләргә тейеш тине. Шул уҡ ваҡытта мөрәжәғәтнәмәлә ҡала һәм ауылдар үҫеше пландарын төҙөгәндә халыҡ менән кәңәшләшеп эшләү мөһимлеге билдәләнде. Тик йәмғиәт менән бергә тын алғанда ғына власть органдары ышанысты яулай ала.
Гөлназ Хәйбуллина



