«Витязь» машиналар эшләү компанияһы алдынғы студенттарға стипендия булдырҙы

Алдынғы студенттарға - дәртләндереү сараһы. «Витязь» машиналар эшләү компанияһы Өфө фән һәм технологиялар университеты менән берлектә тәүге ике звенолы транспортерҙарҙың баш конструкторы Константин Осколков исемендәге стипендия булдырҙы. Тәүгеләрҙән булып уны вуздың Ишембайҙағы филиалы студенты Артур Байымов ала башланы. Легендар вездеходтары менән дан ҡаҙанған предприятие йәш кадрҙарҙы йәлеп итеүгә төп баҫым яһай. Компанияла яңы ғына уҡыу йорто тамамлаған белгестәр өсөн булдырылған шарттар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина танышты.

Ике звенолы транспортерҙы йыйыу процесы, һәр бер деталдең ҡуйылышы етди күҙәтеү аҫтында. «Витязь» машиналар эшләү компанияһында етештерелгән техника йылдар аша һынау үтеп, ҡеүәтен арттыра ғына. Һауа температураһы 50 градус түбән йәки юғары булғанда ла, двигателе һүнмәй, ҡатмарлы климатик ысулдарҙа эшләү һәләтенә эйә. Юлһыҙлыҡтан үтеүе бер, һаҙлыҡ, йылға-күлдәрҙе лә һә тигәнсе йөҙөп сыға. Ярты быуатҡа яҡын тарихы булған предприятиела производствоны яҡшыртыуға өҫтөнлөк бирелә.

Завод 1400 кешене хеҙмәт урындары менән тәьмин итә, эшселәр легендар вездеход өсөн иң бәләкәй деталдәрҙе әҙерләүҙән алып ҙур габаритлы быуындарҙы йыйыуға тиклем - барыһын да урында башҡара. Сәнәғәт ҡорамалдары -станоктар иһә йылдам яңыртыла.

Квалификациялы эшсе кадрҙарға, инженерҙарға бөгөн ихтыяж юғары. «Витязь» компанияһында йәш белгестәрҙе эшкә йәлеп итеү буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар түләүле практикаға саҡырыла.

Предприятие Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған. Миҫалға, бөгөн бында Өфө фән һәм технологиялар университетының урындағы филиалы, нефть һәм һөнәри колледждарҙан өсөнсө курс студенттары эшкә алына. Күптәр диплом алғандан һуң заводта хеҙмәт юлын дауам итә.

Дмитрий Соломонов, «Витязь» машиналар эшләү компанияһының кадрҙар идаралығы етәксеһе

Әйтергә кәрәк, республика башлығы Радий Хәбиров та 1981 йылда хеҙмәт юлын тап ошо завод стеналарында фрезерлаусы өйрәнсеге булып башлаған. Предприятие бөгөн хеҙмәт династиялары менән дә дан тота. Яҡшы белгестәр тәрбиәләүҙә остаздар ярҙам итә. Оҙаҡ йылдар заводта эшләп, юғары күрһәткестәргә ирешкән хеҙмәткәрҙәр йәштәрҙе заманса ҡорамалдар, етештерелгән продукция менән таныштырып, бай эш тәжрибәһе, һөнәри оҫталығы менән уртаҡлаша.

Мәктәп уҡыусылары, студенттар өсөн предприятиеға экскурсиялар ҙа ойошторола, асыҡ ишектәр көнө үтә. Белгестәр йәш быуынды хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланылған эшсе һөнәрҙәр менән таныштырып, профориентация эшен уңышлы алып бара.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ