Өфө ҡалаһындағы Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында уҡыу үҙәге асылды

Буласаҡ төҙөүселәр өсөн яңы оҫтахана. Өфө ҡалаһындағы Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында уҡыу үҙәге асылды. Ул уҡыу йорто менән Өфө гипс компанияһының берҙәм проекты. Уҡытыу үҙәген асыу тантанаһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова булды.

Ҡоролмаларҙың төп үҙенсәлеге - ҡатнашма сифаты һәр ваҡыт бер төрлө килеп сыға. Оҫтаханала төҙөлөштә ҡулланыла торған ҡоро ҡатнашмаларҙы әҙерләүсе ике йыһаз ҡуйылған. Автомат һәм ярым автомат режимдарында эшләйҙәр.

Был ҡоролма эре фракциялы ҡатнашмалар менән эшләргә мөмкинлек бирә. Ҡом йәки бетон булһынмы, хатта ҡырсынташ ҡушып та ҡатнашма әҙерләү өсөн яҡшы.

Рөстәм Хөсәйенов, Өфө гипс компанияһы вәкиле

Ҡоролмаларҙың икеһе лә тик Рәсәйҙә етештерелгән деталдәрҙән йыйылған. Әйткәндәй, йыһаздарҙы эштә һынап та өлгәргәндәр. Улар ярҙамында бөгөн асылған уҡыу үҙәгендә ремонт яһалған. Оҫтахананы белгестәргә мохтаж ойошмалар йыһазландырған. Уҡыу үҙәге - Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы менән Өфө гипс компанияһы хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе.

Быға тиклем дә бындай ҡоролмаларҙы күргәнем һәм эшләгәнем бар. Ләкин яҡшы килеп сыға тип әйтә алмайым. Был уҡыу үҙәгендә оҫталығымды камиллаштырырға уйлайым.

Данил Ширин, Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы студенты

Һәр төҙөлөш компанияһы заманса ҡорамалдар менән файҙаланырға тырыша, сөнки ул эштең тиҙлеге һәм сифатын билдәләй. Бар яҡтан да әҙер эшселәрҙе сығарыу - колледждың төп бурысы.

Әлеге ваҡытта Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында өс меңдән ашыу егет-ҡыҙ белем ала. Өфө гипс компанияһы менән берлектә асылған уҡыу үҙәгендә иһә ай һайын 12-шәр студентты уҡытыу күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ