Өфө фән һәм технологиялар университетында Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Рәсәй халыҡтарының туған телдәре буйынса өсөнсө федераль олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте. Һынауҙа республиканан өс йөҙҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Дмитрий Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия- интернатының 11- се клас уҡыусыһы. Башҡорт ғаиләһенә уллыҡҡа алынған рус егете башҡортса иркен аралаша, класташтарын да уҙҙырып китә. Олимпиадаларҙа призлы урындар ғына яулай. Киләсәктә хоҡуҡ органдарында эшләргә хыялланған егет башҡорт теленән белемен был юлы ла һынап ҡарай.
Олимпиадала быйыл республика мәктәптәренән 809 уҡыусы ҡатнашҡан, уларҙың өс йөҙҙән ашыуы икенсе этапҡа үткән. Өфө һәм республика район-ҡалаларынан юғары класс уҡыусылары 4 сәғәт дауамында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән яҙма эш, тест һорауҙарына яуап биреү кеүек һынауҙар үтте.
Еңеүселәр университеттың башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультетына һынауһыҙ уҡырға инә ала, башҡа факультеттарға барыусыларға 10 балл өҫтәлә.
Призерҙарға беренсе курста ай һайын бер йыл дауамында 58 мең һум күләмендә стипендия ҡаралған.
Рәмилә Исмәғилева



