Сара Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтте. Педагогик марафон төбәктең мәғариф системаһын үҫтерергә әҙер булған креатив уҡытыусыларҙы берләштерә.
Йыл һайын ярышта мең ярымға яҡын педагог ҡатнаша. Ул конкурс һәм фестиваль этаптарынан тора. Ҡатнашыусылар төрлө шарттарҙы, мәҫәлән, уҡытыусы менән уҡыусы, йәки уҡытыусы менән ата-әсәләр араһындағы бәхәс моделен хәл итергә тейеш. Финалға Бәләбәй, Ишембай, Ҡариҙел райондары, Белорет һәм Өфө ҡалаһы мәктәптәренән биш команда үткән.



