Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылы «Айыҡ ауыл-2024» муниципаль этабында еңеү яулаған

Иҫке Ихсандар тиҙҙән республика күләмендә район данын яҡлаясаҡ. Конкурс сиктәрендә ойошторолған айыҡ саралар, спорт ярыштары хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Республика этабына үткән ихсандар тағы ла дәртлерәк һәм берҙәмерәк булып сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға тотонған. Эскелек кеүек яман ғәҙәтте булдырмау һәм иҫкәртеү маҡсатында күләмле спорт ярыштары уҙғарылды. Район хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев та Иҫке Ихсан халҡының тырышлығын, берҙәмлеген, спорт яратыуын билдәләп үтте.

Ауылдың социаль обьекттары: мәҙәниәт йорто, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты бер бинала урынлашҡан. Айыҡлыҡ сараһына йыйылыусыларға тематик секциялар ойошторолдо. Эскелектең һаулыҡҡа зыяны, ғаиләләрҙе тарҡатыуы хаҡында дин белгестәре төплө дәлилдәр килтерҙе.

Китапханала мәктәп уҡыусылары менән осрашыу йәнле һөйләшеүгә, асыҡтан-асыҡ аралашыуға ҡоролдо. Малай-ҡыҙҙар буш ваҡыттарын нисек файҙалы үткәреүҙәре хаҡында һөйләне, киләсәккә булған уй-хыялдары менән уртаҡлашты. Осрашыу һуңында виртуоз ҡубыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов башҡарыуында ҡыҙыҡлы композициялар тыңланы.

Айыҡлыҡ сараһы сиктәрендә күләмле саңғы ярыштары ла үтте. Ярыштарҙа олоһо-кесеһе етеҙлек, сыҙамлыҡ күрһәтеп, финиш һыҙығын беренсе булып үтергә ынтылды.Саңғы ярышы еңеүселәренә бағыусылар әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.

Ауылдаштар бөгөнгө сараларҙа бик әүҙем ҡатнашты. Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙәре маҡтауға лайыҡ. Бөгөнгө кеүек күләмле ярыштар олоһон-кесеһен спортҡа ылыҡтырырға ярҙам итәсәк.

Фәрит Ғиндуллин, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Уңайлы спорт» проекты координаторы

Скандинав таяҡтарында йөрөүҙең сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫире хаҡында ла Иҫке Ихсандар яҡшы хәбәрҙар. Был спорт төрөн үҙ итеүселәр көн һайын сәләмәтлек һуҡмағында шөғөлләнә. Айыҡлыҡ байрамында ла улар скандинав таяҡтарында дәррәү йөрөнө.

Байрам ҡунаҡтары ауылдың уңған, бөтмөр ҡатын-ҡыҙҙары милли ризыҡтарҙан һығылып торған мул табындар ҡороп һыйланы. Айыҡ ауыл сараһы һәүәҫкәр артистар сығышы менән тамамланды.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ