Өфө кескәй футболсыларҙы ҡабул итте. Илдең Урал һәм Көнбайыш Себер зонаһы командалары турнир финалында көрәште. Төрлө төбәктәр араһында футбол буйынса ярыш республикала беренсе тапҡыр ғына ойошторолмай. Беренселеккә ҡайһы команда лайыҡ булғанын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина белә.
Футбол яланында - Өфө һәм Богданович ҡалалары футболсылары. Туп тибеүселәр йәш күренһә лә, уйын донъя чемпионатындағылай сәмле һәм ныҡышмал. Бигерәк тә трибуналарҙа ултырған көйәрмәндәр һынатмай. Һәр кем үҙ командаһын еңеүселәр пьедесталында күрергә теләй.
Сәмле көйәрмәндәр булғанда, аяҡтар ҙа шәберәк йүгерә кеүек. Ихтыяр көсө лә арта. Командалар 20-шәр минутлыҡ ике тайм уйнай. Тәнәфестә тренер кәрәкле кәңәштәрен бирә.
Финалда илдең Урал һәм Көнбайыш Себер зонаһы командалары осрашты. Өфө - Богданович матчында иһә себер командаһына уңыш нығыраҡ йылмайҙы. 2:1 иҫәбе менән «Сибагро» Өфөнөң «АМ-эксперт» командаһын еңде. Дөйөм мәрәйҙәр иҫәбе буйынса өфөләр 3-сө урында. «Сибагро» - икенсе. Беренселәр пьедесталына Пыть-яхтар күтәрелә.
Өфөләр еңелһә лә, танауҙарын төшөрмәй. Бөгөнгө уйын улар өсөн алдағы еңеүҙәргә этәргес кенә.
Рәзилә Ғиниәтуллина



