Башҡортостан юлдаш каналының Яңылыҡтар хеҙмәте иғлан иткән акция дауам итә

«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ». Башҡортостан юлдаш каналының Яңылыҡтар хеҙмәте иғлан иткән акция дауам итә. Коллегабыҙ, «Журналист» ҡушаматлы яугир хеҙмәт иткән «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы өсөн аҡса йыйыу ойошторолған. Хәрбиҙәр һорауы буйынса тупланасаҡ суммаға DJI Mavic 3 квадрокоптеры һатып алынасаҡ. Бөгөнгә 100 мең һум тирәһе йыйылған. Изгелек ҡылыуҙа айырыуса Тирлән урмансылығы хеҙмәткәрҙәре ҙур әүҙемлек күрһәтә. Яҡташтарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлауға һәм еңеүҙе яҡынайтыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн аҡсаны Һаҡлыҡ банкы картаһына ебәрергә мөмкин. 2202 2069 3314 9457 (Регина Салаватовна)

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ