Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 114-се гуманитар ылау оҙатылды

Сираттағы ярҙам дәүләт вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары һәм 8 муниципалитет халҡы тарафынан тупланған. Яугирҙарға ағас материалдары, "Урал" мотоциклы, генератор, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм исемле посылкалар еткереләсәк.

Бынан тыш, ғәскәри частар командирҙары һорауы буйынса квадрокоптерҙар, пилотһыҙ осоу аппараты детекторҙары, антидрон мылтыҡтар, металл эҙләүсе, тепловизиорҙар, прицелдар һәм рациялар һатып алына. Бының өсөн республика бюджетынан 20 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Колонна менән бергә Башҡортостан Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Тиҙҙән ылау тәғәйенләнгән урынға барып етәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ