«Имен тәбиғәт - һау киләсәк» тип исемләнгән сара «Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Ғалимдар, крайҙы өйрәнеүселәр, уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында үткән эколлогияға арналған сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
«Имен тәбиғәт - һау киләсәк» исемле төбәк-ара экологик фәнни-ғәмәли форум Оло Әбеш ауылы мәҙәниәт йортонда ойошторолдо. Форумды ойоштороусылар тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш булдырыу, тыуған яҡтың тәбиғи мираҫына ҡыҙыҡһыныу уятыу, тәбиғәт ҡомартҡыларын, тарихи, иҫтәлекле урындарҙы өйрәнеү, ҡурсалау маҡсатын ҡуйҙы.
Әбештәр шифа аяҡ аҫтыда тигән хәҡиҡәткә таянып ғүмер итә. Сырхаулап киткән мәлдәрҙә һәр кемдең йортонда йыйылған дарыу үләндәренән аптека бар. Халыҡ медицинаһын яҡшы белеүселәр үләндәрҙе тәбиғәткә зыян килтермәй дөрөҫ йыйыу һәм ҡулланыу хаҡында бәйән итте.
Форумда эколгик хәлгә бәйле ҡыҙыҡлы темалар, көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде.Медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Мырҙабаева экология торошоноң сәләмәтлеккә йоғонтоһо, айыҡ ауыл конкурсының һаулыҡ һаҡлауҙа мөһим роле хаҡында аңлатты.
Оло Әбеш ауыл биләмәһендә уникаль «Шайтан-тау махсус һаҡланған дәүләт заказнигы» урынлашҡан. Район тәбиғәтен өйрәнеүгә биология фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре Евгений Кучеров тос өлөш индергән. Әлеге ваҡытта уның эшен улы Сергей дауам итә.
«Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған төбәк-ара фәнни-ғәмәли форумда хәйбуллаларҙы борсоған мәсьәләләр ҡуҙғатылды. Шайтантау заказнигына иғтибарҙы арттырыу, биләмәләрендә экологик өмөлөр уҙғарыу, йәш быуында тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү бурысы ҡуйылды.
Гүзәл Борханова






