Өфөлә художестволы һүҙ буйынса йәштәр конкурсы үтте

Хәҙер минең һүҙ! Өфөлә ошо исем аҫтында художестволы һүҙ буйынса йәштәр конкурсы үтте. Икенсе тапҡыр ойошторолған сара Бәҙәр Йосопова исемендәге актерҙар йортонда ойошторолдо. Профессиональ артистар сығыш яһау урыны булыуға ҡарамаҫтан, сәхнәлә балалар.

Бөгөн буласаҡ араторҙар, актерҙар, һүҙ оҫталары, алып барыусылар үҙ-ара оҫталарҙы асыҡланы. Балаларҙың барыһы ла тиерлек мәктәптәрҙә, ижади үҙәктәрҙә актерлыҡ дәрестәре ала. Шулай ҙа күптәр өсөн ҙур сәхнә тәүге тәжрибә. Йәш таланттарҙы , «Бремен музыканттары», «Гоголь» һәм башҡа бик күп сериалдар буйынса яҡшы таныш яҡташыбыҙ Асҡар Ниғәмәтйәнов, Йәш тамашасылар театрҙы режиссеры Полина Шабаева һәм кинорежиссер Айнур Асҡаров баһаланы. Жюри ағзалары әйтеүенсә, конкурста ҡатнашыусы балаларҙың һәр береһе лә актер булып китә алмай, әммә алған тәжрибә, матур һөйләй белеү, йәмғиәттә үҙ урыныңды табырға ярҙам итәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ