Вице-премьер Ирек Сәғитов етәкселегендәге делегация Красный Луч ҡалаһында булды. Яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемендәге мәктәптә экскурсия ойошторолдо. Уҡыусылар һәм коллектив алдында Башҡортостан артистары сығыш яһаны. Ҡала мәктәптәренә уҡыу әсбаптары, нәфис әҙәбиәт, спорт ҡорамалдары, электрон техника, канцелярия тауарҙары, уйынсыҡтар тапшырылды. Гуманитар ярҙамды беҙҙең республика уҡыу йорттары туплаған.







