Нефтекаманан 53 йәшлек ир мутлашыусыларға 4 миллион һум күсергән

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, аферистар электән ҡулланылған алым буйынса алдаған. Ир-уҙаманға үҙен полиция хеҙмәткәре итеп таныштырған кеше шылтыратҡан. Ул билдәһеҙ кешеләрҙең ир исеменә кредит алырға теләгәндәрен белдергән. Быны булдырмаҫ өсөн үҙ аллы займдар юлларға һәм бөтә аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә ҡушылған. Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хоҡуҡ һаҡсылары таныш булмаған иҫәп йәки телефон номерҙарына аҡса күсермәҫкә кәңәш итә. Шикле осраҡта полицияға мөрәжәғәт итергә була.

Фото №1 - Нефтекаманан 53 йәшлек ир мутлашыусыларға 4 миллион һум күсергән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ