Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошоға бәйле закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡаралды. Уға ярашлы ҙур эттәрҙе морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн 4 мең һумға тиклем штраф һалына. Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса 500 һум ҡарала ине. Икенсе уҡыуға закон проектына төҙәтмә әҙерләнгән. Уҫал эт кешегә ташланған осраҡта, хайуан хужаһын енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡарала.







