Өфөлә бокс буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо

Өфөлә спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балалары өсөн бокс буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Уны Николай Валуев исемендәге бокс буйынса олимпия резервы спорт мәктәбендә саҡырылған билдәле спортсылар үткәрҙе. Саранан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Бирсәткәләрен сисеп ситкә ҡуйған малай-ҡыҙҙар алҡышлап кумирҙарын ҡаршылай. Бокс буйынса оҫталыҡ дәресенә билдәле спортсылар саҡырылған. Өфөгә сәфәрҙең төп маҡсатын улар ошолай билдәләй.

Беҙгә алмашҡа килгән быуынды үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булдырырға кәрәк. Дәүләтебеҙҙең киләсәге йәштәр ҡулында, тине Андрей Назаров. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры билдәләүенсә, 2017 йылдан алып республикала Рәсәйҙең спорт мастерлығына 400-ҙән ашыу кандидат, 24 спорт мастеры һәм 2 халыҡ-ара кластағы спорт мастеры әҙерләнгән.

Күптән түгел ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса халыҡ-ара турнир уҙҙы. Унда Азалия Әминева икенсе тапҡыр Рәсәй чемпионы титулын яуланы. Оҫталыҡ дәресенә уның йәш фанаты ла килгән.

Малай-ҡыҙҙар оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыуҙан тыш, Донъя чемпиондары менән күнекмә эшләп, автографтар ҙа алды. Әле республикала боксерҙарыбыҙҙың исемдәре бөтә донъяға билдәле булһын өсөн маҡсатлы эш алып барыла.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ