Салауат Юлаев майҙанына йыйылыусылар үҙенсәлекле ысул менән шөғөлләнә. Дөрөҫ әҙерлек һәм тәнде күнекмәләр ярҙамында яҙыу һыуыҡ һыуҙан һуң өшөтмәй, ә киреһенсә - йылыта, ти ҡойоноусылар. Әйткәндәй, был флешмоб Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла үтә. Өфөләр сараға етенсе йыл рәттән ҡушыла, уларҙы һауа торошоноң һалҡын булыуы ла ҡурҡытманы. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, флешмоб ҡала халҡын сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәй, организмды сыныҡтыра.






