Ағиҙел һәм Дим йылғаларының һул ярында урынлашҡан Дим биҫтәһе башҡаланың 7 районының береһе. Уға нигеҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һалына.
Дим районы 80 йыллыҡ юбилейын 80 мең халҡы менән ҡаршы ала. Ә заманында бында тик Дим станцияһы һәм шәхси сектор ғына була. Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фронтҡа тап ошо станциянан юллана. Бөгөн районда дивизия тарихына арналған музей эшләп килә. Юбилейға арналған тантналы ултырыш Башҡорт дәүләт опера һәм балет тетарында үтте. Байрам кисәһенә Дим районының социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт алдынғылары, ветерандар саҡырылған. Уларға дәүләт наградалары тапшырылды.
Әлеге көндә Дим районы Өфөнөң иң йылдам үҫешкән төбәктәренең береһе. Һуңғы йылдарҙа ғына биҫтәлә 2 белем усағы һәм 3 балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән. Юлдар төҙөү буйынса әүҙем эш алып барыла, йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә. Юбилей сараһында ҡатнашыусылар әйтеүенсә, Дим районында яңы йорттар ғына түгел, тотош кварталдар ҡалҡып сыға. Был үҙ сиратында заманса инфрастурктура булдырыуҙы, шарттар тыуҙырыуҙы талап итә. Әле Дим районында ҡала клиник дауаханаһы, поликлиникалар, ике тиҫтәнән ашыу мәктәп һәм балалар баҡсалары уңышлы эшләп килә.






