Башҡортостанда мең километрҙан ашыу юл һәм 8 күпер ремонтланасаҡ

Ошо маҡсатта быйыл 31 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк. Республика транспорт министрлығы коллегияһында юл тармағын үҫтереү йомғаҡтары һәм киләсәккә маҡсаттар барланды. Иң күләмле объекттарҙың береһе булып «Көньяҡ ҡапҡа» проектын тамамлау тора. Уның сиктәрендә Пугачев урамын реконструкциялау һәм транспорт сиселеше менән бергә Генерал Рыленко урамы төҙөкләндерелә. Шулай уҡ быйыл Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер аша хәрәкәтте тергеҙеү ҙә күҙаллана. Былтыр пассажирҙар ташыу өсөн 259 яңы автобус һатып алынған. Президент Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдереүенсә, федерация субъекттары өҫтәмә рәүештә 40 меңгә яҡын төрлө транспорт берәмеге аласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика бөтә федераль программаларҙа ла ҡатнаша. Былтыр ҡаҙнасылыҡ кредиты буйынса 259 берәмек автобус, сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар программаһы буйынса 50 транспорт алынды. Быйыл да федераль программаларҙа әүҙем ҡатнашасаҡбыҙ.

Александр Клебанов, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры

2025 йыл аҙағына тиклем Өфөлә интеллектуаль транспорт системаһын индереү тамамланырға тейеш. Ҡаланың төп магистралдәре тулыһынса «аҡыллы» светофорҙар, мәғлүмәт таблолары, күҙәтеү камералары һәм метеостанциялар менән йыһазландырыласаҡ. Һауа транспортында осоштарҙы арттырыу, халыҡ-ара һәм Рәсәй эсендәге йүнәлештәргә уларҙың географияһын киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Тимер юл транспорты өлкәһендә лә рекордлы күрһәткестәргә өлгәшелгән, пассажирҙар һаны 4 миллион кешенән ашып киткән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда, 23 процентҡа күберәк. Бынан тыш һыу транспорты ла үҫешә. Республиканың йәйәүле пассажирҙары өсөн йылға флотын яңыртыу мәсьәләһе ҡараласаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ