Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» төбәк-ара конкурстары асылды

Бөгөн Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» төбәк-ара конкурстары асылды. Быйыл һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә муниципаль этапта еңеү яулаған 200-ҙән ашыу уҡытыусы ҡатнаша.

Ике аҙна дауамында улар төрлө һынауҙар үтә, таныш булмаған кластарҙа уҡыта , оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Республика конкурсының муниципаль этабы еңеүселәре бөгөн Башҡортостандың Мәғәрифты үҫтереү институтына йыйылды. Улар араһынан «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йәш йыл уҡытыусыһы” номинациялары еңеүселәре билдәләнәсәк. Конкурсанттар уртаса 40 йәштә, бәйгеселәр араһында иң тәжрибәле педагог 38, иң йәше 2 йыл хеҙмәт стажына эйә.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» төбәк-ара конкурсында Силәбе, Ҡурған, Ханты -Манси автономиялы округынан 5 уҡытыусы ҡатнаша. “Йыл уҡытыусыһы” һәләтле уҡытыусыларҙы асыҡлау, педагогтарҙың социаль статусын һәм абруйын күтәреү, инновацион педагогик тәжрибәһен таратыу маҡсатында йыл һайын уҙғарыла. Йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһы 28 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ