“Менделеев вариҫтары” тип аталған химия буйынса ярыш Татарстанда үтте. Республика инженер лицей-интернатынан 11-се класс уҡыусыһы Вадим Харисов иң күп мәрәй йыйҙы һәм абсолют еңеүсе булды. Яҡташыбыҙға статуэтка һәм 100 мең һум аҡса тапшырылды. Вадим Харисов былтыр Цюрихта Халыҡ-ара химия олимпиадаһында алтын миҙалға лайыҡ булды, шулай уҡ Ҡаҙағстанда Халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында еңеү яуланы.




