Нефтекаманан ғаилә мутлашыусылар тоҙағына эләгеп 2 миллион һумын юғалтҡан

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, инвестицияларҙа еңел аҡса эшләргә теләгән ғаиләне ялған брокерҙар алдаған. Ай дауамында зыян күргән ҡатын төрлө иҫәптәргә 200 мең һум күсергән. Аҡсаһын кире ҡайтарыу өсөн брокерҙар ышаныслы кешеләр кәрәк булыуын әйткән. Ҡатын ҡустыһы һәм апаһына мөрәжәғәт иткән. Улар 2 миллион һум кредит юллаған. Аҡсаны алғас ялған брокерҙар элемтәгә сыҡмаған. Уҙған ял көндәре республика халҡы мутлашыусыларға 8 миллион һум күсергән, тип белдерәләр полициянан.

Фото №1 - Нефтекаманан ғаилә мутлашыусылар тоҙағына эләгеп 2 миллион һумын юғалтҡан
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ