Студент ҡаласығында Өфө фән һәм технологиялар университетының “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер мәктәбендә яңы лаборатория асылды. Унда сит илдән ғалимдар менән бергә үҙебеҙҙең белгестәр эшләй. Улар электр мобилдәр һәм пилотһыҙ осҡостар өсөн энергия етештереү мәсьәләһен өйрәнә. Аҙаҡ был алымды аэротакси һәм электрик двигателдәрҙә ҡулланыу ҡарала. “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер мәктәбе һуңғы айҙарҙа 1,2 миллиард һум федераль аҡса йәлеп итә алды.




