Юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре баш ҡала урамдарында дежур ойоштора. Водителдәр араһында йәйәүле тамғаһын инҡар иткән, светофорлы киҫелештән боролған ваҡытта йәйәүлеләрҙе үткәрмәгән осраҡтар киҫәтелә. Рөхсәт ителмәгән урында юл аша сығыусы йәйәүлеләргә лә иҫкәртеү саралары, штраф санкциялары ҡулланыласаҡ, тип хәбәр итәләр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан. Юл транспорт ваҡиғаларының 36 проценты йәйәүлеләр менән бәйле.







