Республикала яҙғы ташҡын ваҡытында поездар йәлеп ителә

Башҡортостанда Куйбышев тимер юлында оло һыуҙы үткәреү буйынса әҙерлек эштәре бара. Бының өсөн 5 махсус поезд йәлеп ителә. Күсмә состав ҡырсын таш һәм ҡом менән тултырылған. Поездар Аксаков, Дим, Әшә, Стәрлетамаҡ һәм Белорет станцияларында урынлаша. Республикала яҙғы ташҡынды үткәреү буйынса оператив штабтар ойошторолдо. Әҙерлек эштәрен ай аҙағына тиклем тамамлау бурысы ҡуйылған.

Фото №1 - Республикала яҙғы ташҡын ваҡытында поездар йәлеп ителә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ