Өфөлә быйыл “Китап-Байрам” халыҡ-ара китап йәрминкәһе май аҙағында Совет майҙанында ойошторола. Республика яҙыусылар союзынан белдереүҙәренсә, йәрминкә программаһы ҡыҙыҡлы һәм бай булмаҡсы. “Китап-байрам” барышында Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһының 90 йыллығы билдәләнә. Шул уҡ көндәрҙә Рәсәй Яҙыусылар союзының күсмә пленумы була, унда илдең 30 төбәгенән яҙыусылар ҡатнаша. Күләмле сара Республика Башлығы указына ярашлы уҙғарыла.







