Өфөлә «Йәшлек-фест» йәштәр форумы башланды

Сара Башҡортостанда тәүге тапҡыр уҙғарыла. «Йәшлек фест» йәштәр форумында Волга буйы федераль округы төбәктәренән меңдән ашыу делегат ҡатнаша. Йәштәр ике көн дауамында семинарҙарҙа ҡатнаша, фекер алыша, тәжрибә уртаҡлаша. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡатнашыусылар өсөн бай йөкмәткеле проограмма әҙерләнгән, йәштәрҙе улар өсөн тәғәйенләнгән дәүләт программалары, гранттар, проект әҙерләү үҙенсәлектәре менән таныштырыу ҡаралған. Форум делегаттары өсөн Өфөнөң тарихи-мәҙәни объекттары буйлап экскурсия ла ойошторола.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ