1 марттан Рәсәй Банкы ипотека кредиты биреү өсөн яңы нормалар индерә

1 марттан Рәсәй Банкы ипотека кредиты биреү өсөн яңы нормалар индерә, улар беренсел һәм икенсел торлаҡ күсемһеҙ милек баҙарына йоғонто яһай. Хәҙер процент ставкалары туранан-тура тәүге иғәнә күләменә һәм заемсыларҙың башҡа кредиттары булыуына бәйле буласаҡ.

Льготалы ипотека арҡаһында яңы төҙөлгән йорттарҙағы фатирҙарға хаҡ икенсел торлаҡҡа ҡарата 40 проценттан ашыуға артҡан. Әммә бындай фатирҙы һатҡан осраҡта уның хаҡы һатып алынғандан бер ярым тапҡырға кәмей.

Һөҙөмтәлә, уны һатҡан осраҡта заемсы банк алдындағы йөкләмәләрен үтәй алмай, сөнки сумма ипотеканы ябыу өсөн етмәй. Был белгестәр билдәләүенсә, заемсыларға түләү һәләтен юғалтыу хәүефе генә тыуҙырмай, ә дөйөм алғанда ипотека кредитлауының сифатын да түбәнәйтә.

Өҫтәмә коэффициентты ҡайтанан ҡарау Үҙәк банкка кредит биреү хәүефен кәметеү өсөн. Шулай уҡ бурысҡа алған кешегә йәшәү өсөн аҡсаһыҙ ҡалырға ирек бирмәҫкә. Мәҫәлән, килемдең яртыһынан күберәген ипотека һәм кредит өсөн түләү дөрөҫ түгел.

Фәнүзә Кәлимуллина «Милли Банк»тың Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге етәксеһе

Банктар ипотеканы аҙыраҡ бирә башлар тип күҙалларға була, әммә күпкә түгел. Был үҙгәреш банктарҙың, финанс системаһы хәүефһеҙлеге өсөн тип

Рөстәм Камалов, Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетының Өфө филиалы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты

Үҙгәрештәр халыҡтың ҙур ҡатламына ҡағыла. Былтыр Үҙәк банк 7 миллиардтан ашыу суммаға 1,8 миллион кредит биргән, шуларҙың яртыһы түбән башланғыс иғәнәле, йәғни 20 процентҡа тиклем. Шулай уҡ яҡынса яртыһы - бурыс йөкләмәһе кимәле 80 проценттан юғары булғандарға хупланған.

Ипотека биреү хупланмаған осраҡта банк клиентҡа кредит карталарын ябырға, поручитель табырға ҡушыуы ихтимал. Сөнки, ҡулланылмаған асыҡ кредит карталары ла бар. Барыһы ла ипотека биреү сифатын яҡшыртыу өсөн тип аңларға кәрәк.

Альбина Сафина, күсемһеҙ милек агентлығы хеҙмәткәре
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ