Көндәр тиҙ генә йылытмай. Был хаҡта Башгидрометүҙәктән хәбәр иттеләр. Республиканың климат шарттарына ярашлы, урындағы халыҡ мартты ҡыштың дауамы тип иҫәпләй, ә термометр бағанаһы ғәҙәттә апрель башында ғына күтәрелә башлай. Шуға ла быйыл яҙҙың иртә килеүен көтөргә түгел. Алдағы көндәрҙә республика биләмәһе аша һалҡын атмосфера фронты үтәсәк. Һауа торошо башлыса болотло, урыны менән бер аҙ ҡар яуа.






