Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә инженерлыҡ мәктәбе лабораторияһы эш башланы

Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында алдынғы инженерлыҡ мәктәбе лабораторияһы эш башланы. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге асылыуы киләсәктә белгестәр тәрбиәләү, яңы идеяларҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

Коллектив етәксеһе итеп Бангладештан йәш ғалим Мөхәммәт Нәфиз Рахман һайланған. Проект сиктәрендә студенттарға һәм аспиранттарға халыҡ-ара кимәлгә сығыу мөмкинлеге бирелә. Лаборатория белгестәренә республикала электр автомобилдәрен зарядлау станцияларының үҫеш селтәре, уларҙың техник-иҡтисади нигеҙләмәһен әҙерләү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ошо маҡсатта федераль ҡаҙнанан миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ