Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә «Ғаилә йылы» уңайынан район художество үҙешмәкәр смотрының гала-концерты үтте. 5 февралдән 19-на тиклем клуб учреждениелары араһында ойошторолған сарала мең ярым һәүәҫкәр артист сығыш яһаны.
Һәүәҫкәр артистарҙың сығыштарын район халҡы һәр саҡ көтөп ала, быға шығрым тулы зал дәлил. Февраль башында иғлан ителгән художество үҙешмәкәрлек смотрынан бер ауыл да ситтә ҡалманы. Баһалама ағзалары 49 мәҙәниәт усағында булып, йомғаҡлау концертына 260 номер һайлап алды. Ярат ауылы һәүәҫкәрҙәренең “Ҡыҙ эҙләү”, “Йыртыш” йолаларын матур итеп сәхнәләштереүе күптәрҙе йәшлек йылдарына алып ҡайтты.
Бай йөкмәткеле сығыштар баймаҡтарға онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итте. Һәр бер коцерт номеры алҡыштарға күмелде. Райондың ижади тормошона әүҙем өлөш индергән сағыу, үҙенсәлекле коллективтар барлыҡҡа килгән, улар үҙҙәренә яңы сәхнә костюмдары теккән. “Ғәилә йылы”на арналған смотр-конкурс - йыр-моңға, бейеүгә һәләтле бик күп талантлы ғаиләләр ҡатнашты.
Быйыл смотр-конкурс ғаиләнең социаль статусын күтәреү, традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау, үҙешмәкәр ижадты үҫтереү маҡсатында үткәрелде. Район смотр-конкурсы еңеүселәренә төрлө номинациялар буйынса урындар билдәләнде.



