Баш ҡалала «Кескәй принцессалар балы» үтте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында ойошторолған сараға мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар саҡырылды. Төбәктә 5-се йыл рәттән уҙғарылған байрамда республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәүсе 500-ҙән ашыу гүзәл зат йыйылды. Республикала матур йолаға әйләнгән сарала кескәй ҡыҙҙар иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында музыкаль спектакль ҡараны. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Бер нисә сәғәткә тылсым һәм мөғжизә иленә эләккән ҡыҙҙар «Кескәй Принцессалар балында» беренсе тапҡыр. Мөмкинлектәре сикләнгән һылыуҡайҙарҙың көндәлек тормошонда ҡатмарлыҡтар етәрлек, шуға ла Өфөлә үткән байрам һәр кем өсөн көтөп алынған ваҡиға. Балда ҡатнашыу өсөн күлдәк, прическаларҙы алдан хәстәрләп ҡыҙҙар ата-әсәләре менән республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған.

6 йәштән 12 йәшкәсә ҡыҙҙар өсөн ойошторолған балда күргәҙмә, фотозона, оҫталыҡ дәрестәре майҙансыҡтары эшләне. Ҡыҙҙарҙың һәр береһенә таж, беләҙек һәм башҡа иҫтәлекле бүләктәр таратылды. Байрамда махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир атайҙар ҙа булды.

Сарала ҡатнашыусылар тиҫтерҙәре менән аралашып, әкиәт персонаждары менән уйындар уйнаны. Балды ойоштороусылар балаларҙы ихлас ҡыуандыра алды.

«Кескәй Принцесса балы» Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса төбәктә бишенсе йыл рәттән ойошторола. 2024 йыл Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы һәм был сара айырыуса әһәмиәткә эйә.

Мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙарҙың хыялын тормошҡа ашырыу, уларҙы мөғжизәгә сорнау өсөн уҙғарылған сараның программаһы йылдан-йыл киңәйә, байытыла.

Музыкаль спектакль ҡарап бүләк алған ҡыҙҙар өсөн принцесса балы иҫтәлекле көндәрҙең береһе булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Көслө рухлы кескәйҙәр өсөн дәртләндереү саралары ижади үрҙәргә тағы ла этәргес булып тора.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ