Оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Күп кенә яҡташтарыбыҙ икенсе, ә кемдер өсөнсө тапҡыр отпускҡа ҡайтҡан. Хәрбиҙәр күберәк яҡындары эргәһендә булған, шулай уҡ йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында мәктәптәрҙә ойошторолған осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. Тыуған ерҙә көс туплағандан һуң ҡыйыу йөрәклеләр йәнә еңеүҙе яҡынайтыуға йүнәлде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан халҡы Оборона министрлығы менән контракт төҙөй ала. Бының өсөн 117 - берҙәм белешмә номерына, 122 - Ситуация үҙәгенә йәки «Минең документтарым» күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ контракт буйынса хеҙмәт тураһында һорауҙарға яуаптарҙы башбат.рф сайтында табырға мөмкин.






