Өфө машиналар эшләү колледжы студенттар өсөн коворкинг төҙөткән

Өфө машиналар эшләү колледжы эш биреүсе менән яҡшы хеҙмәттәшлек ойошторғаны өсөн 1 миллион һумлыҡ грант отҡан. Был аҡсаға белем биреү учреждениеһы етәкселеге студенттар өсөн коворкинг төҙөткән. Хәҙер уҡыусыларҙың йыйылып фекер алышыу, берҙәм проекттар өҫтөндә эшләү, видеокәңәшмәләр ойоштороу өсөн махсуслашҡан үҙәк бар. Тап коворкингта яңы идеялар, ҡыҙыҡлы башланғыстар, алдынғы асыштар барлыҡҡа килә, ти уҡытыусылар. Ике йыл дауамында «Профессионалитет» программаһында эшләгән уҡыу йорто үҙгәрештәре тураһында Айнур Кәбиров репортажы.

Тимер һуғыу өсөн артыҡ белем кәрәкмәй, тип уйлаған Илмир колледжға уҡырға инеү менән был фекерен ҡырҡа үҙгәртә. Баҡтиһәң, ҡалай бөгөү өсөн дә төплө белем талап ителә. Хәҙер инде ул ике йылға яҡын тап ҡалайҙы төрлө формаға индереү менән шөғөлләнә. Әле һаман да тимер нескәлектәрен белеп бөтмәйем, ти студент.

Тимерҙе бөгәләр, иретеп-йәбештереләр, ҡыралар, Металды бында ниндәй генә формаға индермәйҙәр. Заманса станоктор уны ижад итеү сеймалына әйләндерә. Барыһы ла һанлы программа менән иадара ителә. Уҡыусылар тимергә ҡағылмай ғына ла уны төрләндерә ала. Иң мөһиме компьютерға дөрөҫ параметрҙар индереү.

Станоктарҙы Өфө машиналар эшләү колледжы «Профессионалитет» программаһында ҡатнашып алған. Улар ярҙамында студенттар эш урындарына стажер түгел, ә әҙер белгес булараҡ бара. Йәғни, өйрәнсек кимәлен студенттар уҡыу йортонда уҡ үтә. Эш биреүселәр һөнәрселәр әҙерләү өсөн махсус стипендиялар ҙа булдыра.

Тап эш биреүселәр менән яҡшы хеҙмәттәшлек ойошторғандары өсөн уҡыу йорто тағы грант отто. Бер миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамын улар коворкинг төҙөүгә тотонған. Хәҙер студенттарҙың төп дәрестәрҙән тыш йыйылып фекер алышыу , яңы башланғыстарға нигеҙ һалыу урыны бар. Уҡыусылар әле коворкинг үҙәктә сираттағы миллиондар тураһында баш вата.

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ