Һөнәри конкурс сиктәрендә туған телдә уҡытыу ойошторолған балалар баҡсалары араһында айырым еңеүселәр асыҡланды. Бәйгелә лайыҡлы сығыш яһап, беренселек алған остаздар менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Балалар байрамса кейенгән, һанаулы минуттарҙан улар әсәләренә 8 мартҡа арналған тамаша ҡуясаҡ. Малай-ҡыҙҙарҙың ҡыйыу һәм оҫта сығыш яһауы - тәжрибәле педагог, тәрибиәселәр берҙәм эш һөҙөмтәһе.
Гөлназ Кураева Өфөнөң 281-се балалар баҡсаһында музыкаль етәксе булып эшләй, педагогик стажы ун һигеҙ йылдан ашыу. Сәнғәткә, ижадҡа булған һөйөүен балаларға өләшә, яңы һәләттәр аса. Ата-әсәләр ҙә белгескә оло рәхмәтле.
Яңыраҡ республикала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының иң яҡшы педагогтары асыҡланды. Гөлназ Кураева өс этапта ойошторолған бәйгелә һөнәри оҫталығын күрһәтеп, беренсе урын яуланы. Балаларҙы тәрбиәләү алымдары юғары баһаланған.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтары араһында һөнәри бәйге 2012 йылдан алып ойошторола. Быйылғы конкурста респубика район-ҡалаларынан 95 педагог ҡатнашты. Күләмле сара сиктәрендә туған телдә уҡытыу алып барылған балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре араһында ла айырым еңеүсе билдәләнде. Уңыш Өфөнән Әлиә Ишдәүләтоваға йылмайҙы. Мәғариф өлкәһендә ул етенсе йыл эшләй.
Республикала балалар баҡсалары педагогтарын ҡеүәтләү саралары ла булдырылған. Әйтәйек, Башҡортостан башлығы Указына ярашлы, һөнәри конкурс еңеүселәренә 50-әр, лауреаттарға 30-ар мең һумлыҡ премия ҡаралған.
Педагогтар республика кимәлендә ойошторолған һөнәри конкурстарҙа ҡатнашып та, балалар менән эшләү алымдарын камиллаштыра. Еңеүселәргә килгәндә, тиҙҙән улар Башҡортостан данын Мәскәү өлкәһе һәм Татарстанда үтәсәк бәйгенең федераль этаптарында яҡлаясаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина



