1 марттан алып «Батырҙар ваҡыты» яңы кадрҙар программаһының беренсе ағымына эләгергә теләүселәр времягероев.рф сайтында ғариза ҡалдыра ала. Күләмле проект тураһында Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә хәбәр иткәйне.
Дәүләт етәксеһе билдәләүенсә, Ватан һаҡсылары дәүләт һәм шәхси компанияларҙа алғы позицияларға сығырға, тотош төбәк, предприятие, эре проекттарҙы етәкләргә тейеш. Конкурста ҡатнашыу шарттарына килгәндә, кандидаттарҙың Рәсәй гражданлығы, юғары белеме, идара итеү тәжрибәһе булырға тейеш. Теркәүҙе уңышлы үтеүселәр ил президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы платформаһында онлайн-уҡыу үтә ала.
Өфөнән Рүзил Ғәйнуллин да «Батырҙар ваҡыты» яңы кадрҙар программаһында теркәү үткән. Махсус хәрби операция биләмәһенә ул үҙ теләге менән юлланып, яраланып ҡайтҡан. Әле торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге компанияны етәкләй. Рәсәй кимәлендә старт аласаҡ уҡыуҙа ҡатнашыу карьера буйынса үҫергә булышлыҡ итер тигән өмөттә.






