Республикала яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ер участкалары бирелә

Яңы ярҙам сараһы Ағиҙел ҡалаһы хәрбиҙәренә күрһәтелә башлай. Йорт төҙөү өсөн ер һатып алыу сығымдарын муниципалитет ҡаплай. Был программала ҡала биләмәһендә теркәлгән һәм былтыр 1 декабрҙән һуң Нефтекама, Ағиҙел һәм Краснокама районы хәрби комиссариаттары менән килешеү төҙөгән хәрбиҙәр ҡатнаша ала. Яугир һәләк булған осраҡта льгота менән уның туғандары файҙалана ала.

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәргә 40-ҡа яҡын ярҙам сараһы күрһәтелә. Төп льготалар аҡсалата компенсацияларға, бер өлөшө - банк, кредитлау һәм социаль өлкәләргә ҡағыла. Шулай уҡ яугирҙар оборона министрлығы иҫәбенә туплау - ипотека системаһы аша торлаҡ һатып ала, ә уларҙың балалары юғары уҡыу йорттарында бушлай уҡый һәм йәйге лагерҙарҙа ял итә ала. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә бөтә урындағы властар, хеҙмәт коллективтары, ойошмалар һәм эшҡыуарҙар ярҙам итә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ