Радий Хәбиров Өфө районында эшләгән предприятиеларҙың эшмәкәрлеге менән танышты

Заманса етештереү линиялары һәм яңы подстанция. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө районында эшләгән предприятиеларҙың эшмәкәрлеге менән танышты, Сәнәғәт, энергетика, инновациялар министрлығының коллегия ултырышында ҡатнашты. Сәнәғәт-Башҡортостандың төп тармаҡтарының береһе, тап ошо өлкә тулайым төбәк продуктының 40 процентын тулыландыра. Һуңғы йылдарҙа республикала етештереү ҡеүәттәре артыуы ла күҙәтелә. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Өфө районында урынлашҡан «Нижегородка» индустриаль паркы, 5 йыл элек асылған биләмәлә хәҙер 21 резидент эшләй. Бөгөн «Ювента» һәм «Новил» предприятиеларында яңы етештереү линиялары сафҡа инде. Ювента ишектәр өсөн кәрәк-яраҡ етештерә, уның продукцияһы менән тотош ил файҙалана. Быйыл компания эште камиллаштырыу өсөн Бөрө эшҡыуары Дмитрий Зырьяновтан уникаль станоктар һатып алған. «Новил» предприятиеһы иһә сәнәғәт тармағына елләтеү һәм йылытыу ҡоролмалары сығарыу буйынса махсуслашҡан, бында бөтәһе 73 миллион һум инвестиция һалынған.

«Грайн» компанияһының етештереү майҙансығында ла тәүлек әйләнәһенә эш ҡайнай. Цехтар заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, урында тәҙрә, ишек блоктары өсөн конструкциялар етештерелә. Өфө предприятие үткән йылда 4 миллиард һумдан ашыуға продукция һатыуға сығарған.

Башҡортостанда әлеге көндә 12 индустриаль парк һәм 19 технопарк эшләй, тиҫтәнә яҡын сәнәғәт кластеры асылған. Төбәк-ара кооперация үҫтерелә. эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Етештереү ҡеүәттәре дәүләт ярҙамы күрһәтелгәндә, инфраструктура, йәғни эш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылғанда ғына үҫә. Был тәңгәлдә тәү сиратта электр, газ, юлдар селтәре менән тәьмин итеү күҙ уңында тотола. Бөгөн Өфө районында «Осоргин» подстанцияһы сафҡа индерелде. Яңы объекттың ҡеүәте 16 мегават, ул ошо зоналағы предприятиеларҙы һәм шәхси йорттарҙы электр энергияһы менән тәьмин итәсәк.

Республика өсөнсө йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса лидерҙар исемелегенә инә. Алда ла ҙур бурыстар тора, Ил Президенты сәнғәттең етештереү ҡеүәтен 40 процентҡа арттырыу бурысын ҡуйҙы, тине Радий Хәбиров.

Һуңғы биш йыл эсендә Башҡоотостанда сәнәғәт етештереүе 19,6 процентҡа артҡан. Үткән йылда ғына республика предприятиелары тарафынан ике триллион һумдан ашыуға продукция етештерелгән һәм хеҙмәттәр күрһәтелгән. Йәғни хәҙер беҙ санкциялар, иҡтисади һынауҙар эске ресурстарҙы асырға, көсәйтергә мөмкинлек бирҙе, ауырлыҡтар сыныҡтырҙы тип әйтә алабыҙ.Әлбиттә дәүләт ярҙамы ла үҙ һөҙөмтәһен бирә, быйыл сәнәғәт һәм энергетика тармағына бюджеттан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү ҡаралған.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ