Радий Хәбиров Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү буйынса бурыстарҙы билдәләне

Республика Башлығы Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында ҡатнашты. - Беҙ үҫешкән сәнәғәт инфраструктураһы менән көслө. Республикала 12 индустриаль һәм 19 техно парк бар. Беҙҙә 9 сәнәғәт кластеры  булдырылған. Халыҡ-ара кооперация үҫеше буйынса эш алып барыла, - тине Радий Хәбиров. Сәнәғәтте үҫтереү фонды ла булышлыҡ итә. 2017 йылдан дөйөм инвестиция суммаһы 53 миллиард һумдан артҡан 162 проектҡа ярҙам күрһәтелгән. Республика Башлығы фонд проекттарында әүҙем ҡатнашыу бурысын ҡуйҙы.

Фото №1 - Радий Хәбиров Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү буйынса бурыстарҙы билдәләне
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ