Был эш "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса алып барыла. Туристик объекттарға илткән юлдарға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Уҙған йылда Өфө-Инйәр-Белорет, Благовещен-Павловка һәм Өфө-Бөрө-Яңауыл юлдары төҙөкләндерелгән. Был эш быйыл да дауам итә.







