Экспортлаусы ауыл хужалығы ойошмаларының транспорт сығымдары ҡаплана

Ауыл хужалығы министрлығы ғаризалар алына башланыуы тураһында хәбәр итте. Һөт продукцияһын һатыусыларҙың транспорт сығымдары тулыһынса субсидиялана, фәҡир илдәргә аҙыҡ-түлек оҙатыусыларға 50, башҡа йүнәлештәр буйынса 25 процентлыҡ ташлама ҡаралған. Әле уҙған йылдың икенсе яртыһы һәм быйыл беренсе ярты йыллыҡ  өсөн компенсация бирелә. Ғаризаны 1 ноябргә тиклем "Минең экспорт" платформаһында тултырырға мөмкин.

Фото №1 - Экспортлаусы ауыл хужалығы ойошмаларының транспорт сығымдары ҡаплана
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ