Рәсәй Социаль фонды төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, бала өсөн йәшәү минимумына тиң пособие күсерелә. Башҡортостанда ул 13 мең 340 һумға баһалана. Аҡсаға можтаж һәм балаға 3 йәш тулмаған ғаиләләр генә әсәлек капиталынан айлыҡ түләүгә хоҡуҡлы. Бының өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Быйыл әсәлек капиталы 630 мең һумға еткерелде. Программаны 2030 йылға оҙайтырға тәҡдим ителде.







