Салауат ҡалаһында теркәлгән янғында ике ҡатындың ғүмере өҙөлгән

Ут кисә кис күп фатирлы йорттоң 3-сө ҡатында сыҡҡан. Торлаҡтан 12 кеше эвакуацияланған. Янғынды һүндергәндә бер ҡатындың кәүҙәһе табылған. Икенсеһе ашығыс медицина ярҙамы машинаһында дауаханаға китеп барғанда һәләк булған. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Күршеләре хәбәр итеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар спиртлы эсемлек ҡулланған, тәмәке тартҡан. Фараз буйынса фажиғәгә насар ғәҙәттәр сәбәпсе булыуы ихтимал.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ